Өфө районында «Алтын уҡ» – IV төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте
Өфө районы Шамонино ауылындағы һабантуй майҙансығында «Алтын уҡ» – IV төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте.
Сараны тантаналы асыу Өфө районы башлығы Николай Ельников һәм Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолованың сәләмләү һүҙҙәре менән башланды. Абруйлы ҡунаҡтар араһында шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары – Рөстәм Әхмәдинуров, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов һәм Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Эльмира Саматова булды.
Был көн ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн киң һәм мауыҡтырғыс программа менән тулы булды: традицион уҡ атыу турниры, аттан уҡ атыу, ашыҡ уйыны буйынса оҫтаханалар, «Геройҙар биләмәһе» интерактив зонаһы, унда Өфө районынан килгән ирекмәндәр төркөмдәре камуфляж селтәрҙәре һуғыу ысулдарын күрһәтте, ҡул эштәре йәрминкәһе һәм хәйриә мәктәп йәрминкәһе, милли һәм спорт уйындары, райондың иң яҡшы башҡарыусылары һәм ижади төркөмдәренән концерт һәм «Самауырлы ритайым» сараһы үтте.
Тағы ла бер матур акцентлы мәлдәрҙең береhe – Миләүшә Хәйбуллина етәкселегендәге башҡорт милли кейеме дефилеhы булды.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: фестиваль сиктәрендә тәүге тапҡыр Өфө районы терминологияһы төркөмө ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыу үтте. Унда ҡатнашыусылар башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе ҡараны.
Ҡунаҡтарҙы шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Милли музейы тәҡдим иткән башҡорт ҡунаҡсыллығы һәм оҫталығы тирмәhe ҡаршы алды.
Йыл һайын «Алтын уҡ» фестивалендә йөҙгә яҡын уҡсы көс һынаша. Ҡатнашыусылар араһында Башҡортостандың һәм Татарстандың төрлө райондарынан, шулай уҡ күрше Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән өлкәндәр һәм балалар бар. Сараның колоритлы бер үҙенсәлеге – ҡатнашыусыларҙың барыһы ла милли кейемдә булыуы. Бөгөнгө көн дә был йәһәттән айырылманы.
Фестиваль йыл һайын башҡорт халҡының йолаларын һаҡлау, тергеҙеү һәм артабан үҫтереү, традицион уҡ атыуҙы пропагандалау һәм популярлаштырыу һәм йәштәрҙе башҡорт мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштырыу маҡсатында үткәрелә.
Сараны Өфө районы хакимиәте, Өфө районының мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы, «Юрмаш мәргәне» уҡсылар клубы ойоштора.
Көн аҙағында бөтә йәш категориялары һәм номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнде һәм бүләкләнде.
Башҡорт уҡ атыуы спорт төрө генә түгел, ә халыҡтың мәҙәни мираҫының мөһим өлөшө, был традицион сәнғәт төрөн яратыусылар һәм уны үҙ итеүселәр тырышлығы менән һаҡланып ҡалыуын дауам итә.